14 йәштән уҡыусылар һәм урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары ярыштар конкурсанты булды. Бер меңдән ашыу ҡатнашыусы төбәктә ҙур һорау менән файҙаланылған 196 компетенция буйынса үҙенең оҫталығын күрһәтте.
Башҡортостанда Бөтә Рәсәй “Профессионалдар” чемпионат хәрәкәтенең төбәк этабы еңеүселәрен асыҡланылар. Ул февралдә 60 майҙансыҡта, шул иҫәптән предприятиелар биләмәләрендә “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелде. Был хаҡта республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.
-Бер айҙан һуң еңеүселәребеҙгә Башҡортостанды федераль кимәлдә күрһәтер өсөн төбәк-ара этапҡа сығырға тура киләсәк. Балалар остаздары менән алған оҫталыҡ лайыҡлы сығыш яһарға һәм республикабыҙҙың һөнәри белем биреүенең юғары статусын раҫларға булышлыҡ итер, тип ышанам, - тип белдергән мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин.
Башҡортостанда 340-тан ашыу ойошма-партнер ярҙамында чемпионаттың төбәк этабы үткәрелде. Улар еңеүселәргә һәм призлы урын яулаусыларға предприятие-ойошмаларҙа стажировка үтеү һәм эшкә урынлашыу тураһында тәҡдим алыу мөмкинлеген бирәсәк.
-Бөгөн төбәктәге 27 колледж “Профессионалитет” федераль проектында ҡатнаша һәм был йәһәттән бер төбәк тә Башҡортостан менән ярыша алмай. Беҙҙең студенттарыбыҙ федераль кимәлдә лайыҡлы сығыш яһай һәм еңеү яулай, - тип белдерҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат Хажин.