“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) Иҫке Сибай ауылындағы Мәҙәниәт йорто эргәһендәге биләмә төҙөкләндереләсәк. Был турала Баймаҡ районы хакимиәте хәбәр итә.
– “Атайсал – минең алтын бишегем”– был ябай проект ҡына түгел, Иҫке Сибай халҡының йәшәү сифатына инвестиция ла. Был урында дуҫтар менән осрашырға, ғаилә менән ял итергә, тыуған ауылдың матурлығына һоҡланырға мөмкин буласаҡ. Мәҙәниәт йорто эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү инфраструктураны яңыртыу ғына түгел, быуындарҙы берләштереүсе киңлек тә буласаҡ, - тине Сибай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айнур Сибаев.
Көҙгә бында асфальттан юл һалынасаҡ, уңайлы эскәмйәләр һәм урналар урынлаштырыласаҡ, тәүлектең һәр мәлендә уңайлы, хәүефһеҙ булһын өсөн яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ.
Әүҙем ял өсөн дә иғтибар биреләсәк. Спорт, балаларға уйын майҙансығы ҡороласаҡ.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты ауылдарҙы комплекслы үҫтереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.