Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
4 Март , 16:38

Уҡыусылар өсөн БПЛА симуляторын осороу буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

Оҫталыҡ дәресе уҡыусыларға заманса пилотһыҙ авиация системалары технологиялары менән танышырға һәм бындай аппараттар менән виртуаль мөхиттә идара итеү күнекмәләрен үҙләштерергә мөмкинлек бирҙе.     

Өфө радиотехника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжындағы «Дим» майҙансығында Өфөнөң 161-се лицейы уҡыусылары өсөн «БПЛА симуляторын осороу» тигән оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Сара «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проекты (национальный проект «Беспилотные авиационные системы») сиктәрендә уҙҙы, тип хәбәр иттеләр республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан.

Оҫталыҡ дәресе уҡыусыларға заманса пилотһыҙ авиация системалары технологиялары менән танышырға һәм бындай аппараттар менән виртуаль мөхиттә идара итеү күнекмәләрен үҙләштерергә мөмкинлек бирҙе. Был тәжрибә йәштәрҙең техник һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға, авиация һәм робот техникаһы өлкәһендә буласаҡ профессионалдарҙың потенциалын асыуға йүнәлтелгән.

«Бөгөн йәштәрҙең инженер һәм техник йүнәлештәргә ҡыҙыҡһыныуын яҡлау айырыуса мөһим. Бындай саралар балаларға авиация һәм юғары технологиялар өлкәһендәге үҫештең ысын перспективаларын күрергә ярҙам итә», - тип билдәләне Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы директоры Игорь Нуйкин.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас