Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
5 Март , 09:00

Ҡырмыҫҡалы районында - яңы парк

Эштәр бер нисә этапҡа бүленә. 2027 йылда паркта кескәйҙәр өсөн заманса уйын зоналары, яңы аттракциондар ҡуйыла, йәйәү йөрөү юлдары яңыртыла.    

“Ҡаласыҡ” паркы Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылында 2027 йылда төҙөкләндерәләсәк.

Яңыртыу “Йәшәү өсөн инфраструктура” (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин буласаҡ, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтендә. Парк биләмәһе 20 йыл элек төҙөкләндерелгән һәм оҙаҡ йылдар дауамында ул өлкәндәрҙең һәм балаларҙың яратҡан ял урынына әйләнгән. Бөгөн 8 гектарҙан ашыу майҙан яңыртыуҙы талап итә: унда асфальт юлдар ғына һаҡланған, ә уйын комплексының бөтә элементтары уларҙың авария хәлендә булыуы сәбәпле һүтелгән.

Яңыртыу планы әҙерләнгән дә инде, быйыл яҙ ҡырмыҫҡалылар төҙөкләндереү объектын һайлау өсөн Бөтә Рәсәй тауыш биреүе сиктәрендә уны яҡлай ала. Эштәр бер нисә этапҡа бүленә. 2027 йылда паркта кескәйҙәр өсөн заманса уйын зоналары, яңы аттракциондар ҡуйыла, йәйәү йөрөү юлдары яңыртыла. Башҡа этаптар сиктәрендә паркта төҙөкләндереү буйынса артабанғы эш дауам итәсәк.

“Йәшәү өсөн инфраструктура” (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) милли проектының маҡсаты - тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Улар - торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыу һәм уны яңыртыу, күсмә составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанын арттырыу.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас