Урман тармағы вәкилдәре, алдынғы ғалимдар, шулай уҡ профилле эксперттар бөгөн етди фәнни нигеҙләмәйенсә һәм инновацион алымдар ҡулланмайынса хәл итеп булмаған көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Көн тәртибенең төп пункты – “Экологик именлек” (национальный проект “Экологическое благополучие”) милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты бурыстарын тормошҡа ашырыу, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтан.
Һүҙ ябыҡ тамыр системаһы булған үҫентеләр үҫтереү буйынса ҡеүәттәрҙе арттырыу хаҡында бара. Ғәмәлдәге 66 теплицаға өҫтәп, 2026 йылда проект ҡеүәте йылына 1,2 миллион үҫенте тәшкил иткән юғары технологиялы комплексты сафҡа индереү күҙаллана. Әлеге ваҡытта белгестәр иң яҡшы төбәк-ара тәжрибәгә һәм үҙебеҙҙең алдынғы асыштарға таянып, иң ҡулай субстратты һайлап ала.
Шулай уҡ һүҙ урман культураларын эшкәртеүҙе автоматлаштырыу тураһында барҙы. Кадрҙар дефициты һәм һөҙөмтәлелекте күтәреүгә ынтылыш шарттарында ҡул хеҙмәтен алмаштырыуға һәләтле заманса механизмдарға һәм техникаға күсеү мөһим зарурлыҡ булып тора.
- Был аҙым ентекле эксперттар әҙерләүгә һәм экологик, иҡтисади бурыстар араһында ҡулайлы килешеү эҙләүгә мохтаж. Шуға бәйле һәр ҡарарҙы фән һәм эшҡыуарлыҡтың бәйләнеше аша тикшереүҙе дауам итербеҙ. Көн тәртибе бөгөнгө менән генә сикләнмәйәсәк - был йүнәлештәге эш дауам ителәсәк, ә ғәмәлгә ашырыуҙың тәғәйен механизмдарын профилле кәңәшмәләр барышында тикшерәсәкбеҙ, - тип хәбәр итте Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.