Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
6 Март , 15:13

Район халҡы өсөн мөһим юл

Юлдыбай – Аҡъяр — Сара юлы Йылайыр һәм Хәйбулла райондарын тоташтырыусы республиканың мөһим артерияһы, унда 43 меңдән ашыу кеше йәшәй.

Быйыл Йылайыр районында Юлдыбай — Аҡъяр — Сара юлының өс километры ремонтланасаҡ. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярҙамында үтәсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Юлсылар Яманһаҙ ауылы янындағы участканы яңыртасаҡ. Улар асфальт-бетон япма һаласаҡ, юл ситтәрен нығытасаҡ һәм тамғалар һаласаҡ. Эш яҡшы һауа торошо урынлашҡас башлана.

"Юлдыбай – Аҡъяр — Сара юлы Йылайыр һәм Хәйбулла райондарын тоташтырыусы республиканың мөһим артерияһы, унда 43 меңдән ашыу кеше йәшәй. Ул шулай уҡ Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһе араһында транспорт коридоры булып хеҙмәт итә. Бынан тыш, юл балыҡсылар араһында популяр булған Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысына алып бара. Был участкала көн һайын трафик 2,5 мең самаһы автомобиль тәшкил итә”, — тип һөйләне транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

2026 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса төбәктә 185 саҡрымдан кәм булмаған юлдарҙы һәм 15 күперҙе норматив хәлгә килтереү планлаштырыла.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас