Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
6 Март , 15:11

Уңайлы һәм тиҙ булһын өсөн

Дәүләт хеҙмәттәрендә айырым сервистар булдырыла

“Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Экономика данных”) Өфөлә йәшәүселәр “Тормош хәлдәре” принцибы буйынса Дәүләт хеҙмәттәрендә айырым сервистарҙан файҙалана ала. Был турала баш ҡала хакимиәте хәбәр итә.

Ул кеше тормошондағы төп ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала – уҡыу йорттарына ингәндән, ғаилә ҡорғандан алып, торлаҡ төҙөүгә, мутлашыусыларҙан һаҡлауға тиклем. Ошо рәүешле дәүләт хеҙмәттәрен ҡулланырға, тейешле белешмә мәғлүмәтен бер урында комплекслы алырға мөмкин. Бының өсөн төрлө ведомстволарға мөрәжәғәт итергә, айырым документтар эшләргә кәрәкмәй.

Әйтергә кәрәк, 70 федераль һәм 425-тән ашыу төбәк тормош хәлдәре әҙерләнгән. Һәр тормош хәле хеҙмәттәрҙе һәм тейешле тематика белешмә мәғлүмәтен берләштерә, дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙең ваҡыты ҡыҫҡара, ведомстволарға йөрөү кәмей.

Уртаса алғанда бер федераль тормош хәленә 17 дәүләт хеҙмәттәре һәм сервистар инә. Система автоматик рәүештә ғариза биреүсенең профиленән мәғлүмәттәрҙе тултыра. Шуға ла тормош хәленә ярашлы, комплекслы хеҙмәттәр алыу айырым эшләгәнгә ҡарағанда тиҙерәк тә, уңайлыраҡ та.  

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас