БР Йәштәр сәйәсәте министрлығы хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығы (артабан – Росмолодежь) быйылғы беренсе грант конкурсын иғлан итә. Ул “Йәштәр һәм балалар” милли проектына (национальный проект “Молодёжь и дети”) ярашлы үткәрелә.
Проекттар мәҙәниәт, спорт, илһөйәрлек, мәғариф, медиа һәм башҡа өлкәләргә арналырға мөмкин, конкурста бөтәһе 18 номинация бар.
Ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта бара. Уҙған йылда хатта рекорд ҡуйылған – 30 мең ғариза килгән, был 2024 йылға ҡарағанда алты мең социаль проектҡа күберәк, тигән һүҙ.
Алдағы йылдар конкурстарында еңеүселәренә лә гранттар конкурсында ҡатнашыуға сикләү юҡ. Иң мөһиме - үҙ хыялыңды тормошҡа ашырыуға бер миллион һумға тиклем аҡса алырға була.
- Башҡортостан еңеүселәр һаны һәм алынған грант суммаһы буйынса илдә йыл да алдынғылар рәтендә бара, был күрһәткестәр буйынса 5-се урында торабыҙ. Үткән йылда 119 проектҡа 85 миллион һумға яҡын ярҙам аҡсаһы бирелде, – ти республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.
Конкурсҡа әҙерләнеү буйынса һорауҙар менән Йәштәр проекттар үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була. Унда ғаризаны дөрөҫ тултырыу буйынса бушлай консультация бирергә әҙерҙәр.
“Росмолодежь” үткәргән гранттар конкурсында 14–35 йәшлектәр ҡатнаша ала. Мәҫәлән, былтыр Бөрө ҡалаһынан 21 йәшлек Михаил Выдрин экология акцияһы ойоштороуға – 270 мең һумдан ашыу, Өфөнән 33 йәшлек Ангелина Степанова балаларға туристар слеты үткәреү өсөн 450 мең һум ярҙам алған, ә Октябрьский ҡалаһынан 16 ғына йәшлек Семен Борденюк үҫеш буйынса үҙенсәлектәре булған кешеләргә һөнәрҙәр мәктәбе асыуға 530 мең һум аҡса алыуға өлгәшкән.
Гранттар конкурсында ҡатнашыуға ғаризаларҙы 15 апрелгә ҡәҙәр бирергә була.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.