Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Милли проект
10 Марта , 04:43

Белоретта туризм үҫешә

Ҡаланың төҫө матурлана бара.    

2025 йылда Белорет туризм үҙәген булдырыу буйынса еңеүсе ҡалалар исемлегенә инде. Субсидия “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проектына ярашлы  (национальный проект “Туризм и гостеприимство) йүнәлтелә. Шул иҫәптән, федераль ҡаҙнанан 25 миллион һум, Башҡортостан ҡаҙнаһынан 0,5 миллион һум, урындағы ҡаҙнанан 0,2 миллион һум йәлеп ителә. Был турала республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә.

-Был проектты тормошҡа ашырыу Белорет ҡалаһының туризм үҫешен яҡшыртырға, туристар ағымын күбәйтергә  булышлыҡ итә. Бынан тыш, яңыртылған йәмәғәт киңлеге ял өсөн уңайлы шарттар булдыра, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещигина.

Дәүләт ярҙамы менән Ленин исемендәге скверҙа арт-объекттар барлыҡҡа килде, улар Белорет районының металлургтарының тарихын сағылдыра.

Шулай уҡ “Дуҫлыҡ” скверы, “Металлургтар” майҙаны, “Офоҡ артына атла” паркы  ла яңы төҫ алды, туризм-мәғлүмәт үҙәге барлыҡҡа килде.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас