Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
10 Март , 04:40

Дауаханала Әсәләр мәктәбе эшләй

2025 йылда Әлшәй районының 210 ҡатын-ҡыҙы әсә булыу бәхетен татыны. Бөгөн йөклөлөк буйынса диспансер күҙәтеүендә 97 ҡатын-ҡыҙ тора.

Раевка үҙәк район дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы базаһында, “Ғаилә” милли проектына ярашлы, “Буласаҡ әсәләр мәктәбе” эшләй.  Был программа әсәләрҙең мәғлүмәтлеген арттырыу, хәүефләнеүен кәметеү һәм сабыйҙың сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡ формалаштырыу өсөн тәғәйенләнгән. Уҡыу барышында ҡатындар йөклөлөк ваҡытында организмдағы үҙгәрештәр менән бәйле темалар буйынса мәғлүмәт аласаҡ.

2025 йылда Әлшәй районының 210 ҡатын-ҡыҙы әсә булыу бәхетен татыны. Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында йөклөлөк буйынса диспансер күҙәтеүендә 97 ҡатын-ҡыҙ тора. Һәр береһе белгестәрҙең күҙәтеүе аҫтында, бала табыуға әҙерләнеү өсөн лекцияларға йөрөү мөмкинлеге бар.

–Беҙҙең мәктәп – буласаҡ әсәләр өсөн белем алыу мөмкинлеге. Улар үҙҙәрен тынысыраҡ һәм ышаныслыраҡ тойһон өсөн мәктәпте  ойошторғанбыҙ.Ҡатын-ҡыҙ үҙен яңғыҙ тоймаһын, белгестәрҙең иғтибары һәм хәстәрлеге менән солғанһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ, – тип билдәләне табип-акушер-гинеколог Лилиә Шәйнурова.

Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас