Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
10 Март , 04:42

Сибай Балалар сәнғәт мәктәбе яңы музыка ҡоралдары аласаҡ

Уҡыу йорто пианино, баян, думбыра, гитара, һуҡма инструменттар, флейта һәм саксофон менән тәьмин ителә. Шулай уҡ мәктәпкә интерактив панелдәр һәм компьютерҙар һатып алына.

“Ғаилә” (национальный проект “Семья”) милли проектын тормошҡа ашырыу барышында Сибайҙың Балалар сәнғәт мәктәбенә яңы музыка ҡоралдары килтерелә. Был хаҡта ҡала хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Уҡыу йорто пианино, баян, думбыра, гитара, һуҡма инструменттар, флейта һәм саксофон менән тәьмин ителә. Шулай уҡ мәктәпкә интерактив панелдәр һәм компьютерҙар һатып алына.

Яңы инструменттар 420-нән ашыу баланы төрлө йүнәлештәр буйынса уҡытыуҙа файҙаланыласаҡ: фортепиано, халыҡ һәм тынлы инструменттар, хореография. Был концерттар, конкурстар һәм фестивалдәр үткәреү өсөн шарттарҙы яҡшыртасаҡ. Шулай уҡ уҡыусыларҙың республика һәм бөтә Рәсәй ярыштарына әҙерлек сифаты ла күтәреләсәк.

“Ғаилә” милли проект йолаларҙы һаҡларға һәм уларҙы киләһе быуынға  тапшырырға ярҙам итә. Ул балаларҙы тәрбиәләү һәм уларҙың ижади потенциалын асыу өсөн уңайлы шарттар булдыра. Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәтте үҫтереү - Сибайҙағы гармониялы тормоштоң нигеҙе”, - тип билдәләне ҡаланың мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Гөлиә Нәҙерғолова.

“Ғаилә” милли проекты балалы ата-әсәләргә ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм унан һуңғы сабыйҙар өсөн өҫтәмә дәртләндереү саралары булдырыла.

Бөтә илдә әүҙем оҙон ғүмер тәжрибәләре тормошҡа ашырыла. “Пушкин картаһы” программаһы үҙ эшен дауам итә, ул 14-22 йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек бирә. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас