Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
13 Март , 09:20

170 километр юлды яңыртыу ҡаралған

Йүнәтеү эштәрен ошо йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла

“Тормош өсөн инфраструктура”милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярҙамы менән Башҡортостанда юл селтәренең тағы күпмелер өлөшөн ремонтлау ҡарала. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 170 саҡырым тәшкил итә. Был турала республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итә.

– Терәк юл селтәренә район үҙәктәрен баш ҡалабыҙ Өфө менән тоташтырған, туризм, транспорт менән тәьмин итеү өсөн, сәнәғәт өсөн мөһим булған юлдар инә. Улар федераль трассалар менән бәйләй, – ти транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Әйтәйек, Магнитогорск – Ира, Өфө – Бөрө – Яңауыл, Өфө – Инйәр – Белорет, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск, Кропачево – Мәсәғүт – Әсет, М-5 “Урал” – Шишмә – Аксен – Ҡырғыҙ-Миәкә. Юлдарҙың асфальт-бетон япмаһын яңыртыу, юл ситтәрен нығытыу, билдә һалып сығыу ҡаралған. Йүнәтеү эштәрен ошо йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас