Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
13 Март , 09:22

Учалыларҙы ла ҡыуандырҙылар

Был ҡорамал ярҙамында шулай уҡ тикшереүҙәрҙе фотоға һәм видеоға төшөрөргә була. 

 “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Учалы үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһына заманса отоларинголог ҡорамалын килтерҙеләр. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Премиум-класлы модулле лор-комбайн төрлө комплекслы диагностика үткәреү һәм төрлө сирҙәрҙе дауалау мөмкинлектәрен бирә. Комплекста аспиратор, дарыуҙарҙы һиптергес, яҡтыртҡыстар һәм башҡалар бар. Ҡорамал ярҙамында шулай уҡ тикшереүҙәрҙе фотоға һәм видеоға төшөрөргә була. “Был техника лор-табиптың эшен һөҙөмтәлерәк итергә булышлыҡ итә. Яңы ҡорамал медицина хеҙмәтләндереү сифатын күпкә яҡшыртасаҡ һәм диагностикалау, бәләкәй пациенттарҙы дауалау процесын тиҙләтәсәк”, - тип белдерҙе Учалы үҙәк район дауаханаһы табип- оториноларингологы Алина Сәғитова.

 “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) төп маҡсаты – граждандар оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға ғүмер оҙайлылығын -  78,  2036 йылға  81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырылған. Милли проект булышлығында медицина ойошмалары яңыртыла, реабилитациялау системаһы камиллаштырыла, милли тикшереү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш бара. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас