Нефтекама ҡалаһынан 30 йылдан ашыу махсус кейем баҙарында эшләгән “Камея” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) маҡсаттарына ярашлы килемде биш процентҡа арттырасаҡ. Был хаҡта төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр.
Ярҙамды файҙаланып, компания 1,57 миллион һумлыҡ уйып яһалған кеҫәләрҙе эшкәртеү өсөн тегеү автомат машинаһы һатып ала. 12 айға 1,26 миллион һум күләмендә финанслауҙы Төбәк лизинг компанияһы бирә.
Яңы ҡорамалдар хеҙмәт сығымдарын 10 процентҡа кәметергә, етешһеҙлектәр һанын бөтөрөргә һәм әҙер тауар сығарыуҙы арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Һөҙөмтәлә компания килемдең 5 процентҡа артыуын фаразлай.
Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина билдәләүенсә, лизинг предприятиеларға тәүге инвестицияларһыҙ ҡорамалдарҙы яңыртыу мөмкинлеген бирә.
Процессты автоматлаштырыу брендтың имиджына һәм конкурентлыҡ һәләтенә ыңғай йоғонто яһай, ул бөгөн 150-нән ашыу медицина кейеме моделен тәҡдим итә.
“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының маҡсаттары – иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестиция әүҙемлеген арттырыу, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү.
Иҡтисадтың сәнәғәт секторҙары перспективаларына, юғары технологияларға һәм йәштәр бизнесына айырыуса иғтибар бүленә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.