Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
16 Март , 10:13

109,4 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө экспортҡа сығарылған

2025 йылда шәкәр продукцияһын экспортҡа сығарыу күләме 109,4 тонна һәм 66,2 миллион АҠШ доллары тәшкил итте.

Былтыр Башҡортостан сит илгә 109,4 мең тонна шәкәр сөгөлдөрөн экспортҡа сығарған. Бөгөн шәкәр заводтары шәкәр етештереү миҙгелен тамамланы.

Шәкәр сөгөлдөрөн ҡайтанан эшкәртеү продукцияһы – гранулалы шәкәр сөгөлдөрө һығынтыһы – Башҡортостандан экспортҡа оҙатылған аҙыҡ-түлектәренең береһе булып ҡала. Аграр сәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә сығарыуҙы арттырыу – “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаты, тип хәбәр итте Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

2025 йылда шәкәр продукцияһын экспортҡа сығарыу күләме 109,4 тонна һәм 66,2 миллион АҠШ доллары тәшкил итте. 2024 йылда 84,9 мең тонна тәшкил итә ине.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.

 

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас