Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
17 Март , 09:53

Спорт майҙансыҡтарын ҡуйыуға сертификаттар тапшырылды

  Вице-премьер - спорт министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, Башҡортостан ике тапҡыр - 2019 һәм 2025 йылдарҙа - Рәсәйҙең иң спорт төбәге тип танылған.

“Рәсәй спорты” (государственная программа  “Спорт России”) дәүләт программаһы маҡсатына ярашлы, Өфөлә ГТО комплексы нормативтарын тапшырыу өсөн майҙансыҡтар урынлаштырыуға 15 сертификат һәм “аҡыллы” спорт майҙансыҡтары төҙөүгә өс сертификат тапшырылды. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының киңәйтелгән коллегияһында хәбәр иттеләр.

Вице-премьер - спорт министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, Башҡортостан ике тапҡыр - 2019 һәм 2025 йылдарҙа - Рәсәйҙең иң спорт төбәге тип танылды. Спорт менән шөғөлләнеү һәм спорт объекттарының торошо менән ҡәнәғәт булыу кимәле буйынса республика тотороҡло рәүештә илдә иң яҡшы унау иҫәбенә инә. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 2025 йылға йомғаҡ яһаны һәм 2026 йылға бурыстар билдәләне. Тикшереләсәк мәсьәләләр иҫәбендә хәрби округ ветерандарын адаптив спортҡа йәлеп итеү һәм “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексын тормошҡа ашырыу тураһында ла һүҙ барҙы.

Кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының 33-сө Ауыл спорт уйындары еңеүселәре билдәләнде. Тағы ла ГТО комплексының алтын билдәләре, шулай уҡ 3,2 миллион һумлыҡ ГТО майҙансыҡтарын ҡуйыуға 15 сертификат һәм һәр береһе 12 миллион һумлыҡ “аҡыллы” спорт майҙансыҡтарын урынлаштырыу өсөн 3 сертификат тапшырылды.

“Рәсәй спорты” дәүләт программаһы физик әүҙемлек менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға һәм яҡшыртыуға, күмәк спортты популярлаштырыуға һәм рәсәйҙәрҙең йәшәү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән. Илдә тейешле инфраструктура киңәйә, күләмле саралар уҙғарыла, “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы ғәмәлгә ашырыла, шулай уҡ балалар араһында күнекмәләр өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас