Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
18 Март , 09:12

Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы рәтләнә

Яңыртылған юлдар хәүефһеҙлекте хәстәрләй.      

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Инфраструктура для жизни”)  Өфө –Бөрө –Яңауыл трассаһының участкалары ремонтлана. Барлығы 28 километр оҙонлоҡта юлдарҙы төҙөкләндереү планлаштырыла, тип хәбәр итә төбәктең транспорт министрлығы.

Бөрө, Борай, Ҡалтасы, Мишкә, Яңауыл райондарында юл участкалары яҡшы торошҡа килтереләсәк. Унда асфальт-бетон ҡатлам яңыртыла, юл ситтәре нығытыла, разметкалар эшләнә.

– Өфө–Бөрө-Яңауыл юлы – Рәсәй юл селтәрҙәренең терәге булып тора. Ул республикабыҙ баш ҡалаһын төньяҡ-көнбайыш райондары менән бәйләй. Күп ауылдар өсөн транспорт уңайлылығын хәстәрләй. Көн һайын был юлдарҙан 24 меңгә яҡын автомобиль үтә. Юлдарҙы ремонтлау хәүефһеҙлекте, уңайлыҡты хәстәрләй, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Был участкала эштәрҙе йыл аҙағына тиклем тамамлау ниәтләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылда милли проект ярҙамында төбәктә кәмендә 170 километр юл яңыртыласаҡ.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – торлаҡ пункттарын комплекслы үҫтереү.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас