Биш километр оҙонлоғондағы Ишембай – Воскресенск – Мәләүез юл участкаһын “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы ремонтлаясаҡтар. Ошо хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.
– Ишембай – Воскресенск – Мәләүез юл участкаһы Ишембай һәм Мәләүез райондарында йәшәгән 160 меңдән ашыу кешене транспорт бәйләнеше менән тәьмин итә. Бынан тыш, был туристик йүнәлеш тә – юл Верхотор баҡыр иретеү комплексына алып бара. Ул – XVIII быуат архитектураһы һәйкәле, шуға күрә был юлды яҡшы хәлгә килтерергә кәрәк, – тип хәбәр итте республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Эштәр Воскресенск һәм Смаҡ ауылдары араһында алып барыла. Юлсылар асфальт япмаларын яңырта, юл ситтәрен нығыта һәм юл һыҙаттарын һыҙа. Барлыҡ эштәрҙе быйыл йыл аҙағында тамамламаҡсылар. Әйткәндәй, былтыр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Ишембай – Воскресенск – Мәләүез юлының алты километр оҙонлоғондағы участкаһы ипкә килтерелгәйне.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – тораҡтарҙың комплекслы үҫеше. Был – торлаҡ, юлдар төҙөү, ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктураны яңыртыу, йәмәғәт транспортының уңайлы машруттарын арттырыу. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарҙарына менән 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.