Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
27 Март , 11:48

Әсә һәм бала һаулығы өсөн

Аҡъяр ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына яңы медицина ҡорамалдары тапшырылды.  

Хәйбулла районының Аҡъяр ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына “Ғаилә” милли проектын (национальный проект “Семья”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә ультратауышлы допплер системаһы тапшырылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Ҡоролма йөклө ҡатындарҙы баланы йөрөтөүҙең тәүге айҙарынан алып комплекслы тикшереү өсөн тәғәйенләнгән, Ул табиптарға бала үҫешендә мөмкин булған патологияларҙы һәм тайпылыштарҙы ваҡытында асыҡларға ярҙам итә, буласаҡ сабыйҙың йөрәк тибешен билдәләй. Был тикшеренеү ҡандың кислород менән туйыныу кимәлен аныҡ баһалай йәки тыумыштан килгән билдәле бер етешһеҙлектәрҙе асыҡлай алмаһа ла, йөрәк тибеше йышлығы йөклөлөк һәм баланың һаулығы нормаль ағымының төп индикаторы булып ҡала.

– Беҙ алған ҡорамалдар диагностика сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк һәм пациенттарыбыҙға сабыйҙарҙың үҫешен уңайлы күҙәтеүҙе тәьмин итәсәк, — тип билдәләне Аҡъяр Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмилә Шәрипова.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас