Учалы үҙәк район дауаханаһының яңы поликлиникаһына заманса электрокоагулятор ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Техниканы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында һатып алалар. Юғары йышлыҡтағы ток ярҙамында аппарат хирургик интервенциялар ваҡытында туҡымаларҙы киҫеп яндыра. Ул операцияларҙы юғары теүәллек менән үткәрергә мөмкинлек бирә, ҡан ағыуҙы һәм инфекциялар барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә.
“Яңы ҡорамалдар ярҙамында белгестәребеҙ пациенттарға уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек кимәлен тәьмин итеп, медицина манипуляцияларын тиҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк үткәрә аласаҡ”, — тип билдәләне Учалы үҙәк район дауаханаһының балалар хирургы Рәшит Шәйәхмәтов.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла.
Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.