Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
30 Март , 08:56

400-ҙән ашыу кеше майҙансыҡтарҙа эш тапҡан

Эш биреүселәр электр һәм газ менән иретеп йәбештереүселәрҙе, ҡорос һәм тимер-бетон конструкцияларҙы монтажлау буйынса белгестәрҙе, киң профилле станоксыларҙы, механик йыйыу эштәре слесарҙарын, токарҙарҙы һәм башҡа квалификациялы эшселәрҙе эҙләй. Улар буйынса эш хаҡтары 65 меңдән 110 мең һумға тиклем тәшкил итә.  

2026 йылдың тәүге айында Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәте «Кадрҙар» милли проектына (национальный проект «Кадры») ярашлы 310 вакансиялар йәрминкәһе ойошторҙо, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. Сараларға 3 меңдән ашыу кеше килгән, 413 эш эҙләүсе үҙ хеҙмәт урыны тапҡан.

– Был көнгә йәрминкәләргә 438 предприятие ҡатнашты, улар 2 меңдән ашыу вакансия тәҡдим итте. Бында эш эҙләүселәр потенциаль эш биреүселәр менән танышып ҡына ҡалмай, хеҙмәт баҙарындағы тәҡдимдәрҙе лә өйрәнә, шулай уҡ юридик һәм психологик мәсьәләләр буйынса бушлай консультация алыу мөмкинлегенә эйә, – тип һөйләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.

Әле республиканың вакансиялар банкында 27 меңдән ашыу вакантлы позиция бар, процент яғынан эшселәр өсөн буш урындар өҫтөнлөк итә – уларҙың һаны 72 процент самаһы.

Эш биреүселәр электр һәм газ менән иретеп йәбештереүселәрҙе, ҡорос һәм тимер-бетон конструкцияларҙы монтажлау буйынса белгестәрҙе, киң профилле станоксыларҙы, механик йыйыу эштәре слесарҙарын, токарҙарҙы һәм башҡа квалификациялы эшселәрҙе эҙләй. Улар буйынса эш хаҡтары 65 меңдән 110 мең һумға тиклем тәшкил итә.  

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас