Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
30 Март , 09:05

Аҡъярға кәрәкле ҡорамалды килтерҙеләр

Килтерелгән ҡорамал заманса стандарттарға һәм медицина талаптарына тура килә.

“Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына яңы медицина ҡорамалы – күсмә медицина яҡтыртҡысы килтерелде. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Ҡорамал диагностикалау процедураларын үткәргән ваҡытта эш урынын яҡтыртыу өсөн тәғәйенләнгән. Был табиптар эшен һиҙелерлек еңеләйтә. Өҫтәүенә уның яҡтылығы көн яҡтылығын хәтерләтә һәм унда ультрафиолет, инфраҡыҙыл нурландырыу юҡ.

- Килтерелгән ҡорамал заманса стандарттарға һәм медицина талаптарына тура килә. Был белгестәрҙең эш шарттарын яҡшыртыуға һәм пациенттарға күрһәтелгән медицина ярҙамын күпкә яҡшыртыуға булышлыҡ итә, - тип хәбәр итте Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмилә Шәрипова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Ғаилә" милли проекты дәүләт етәксеһе Владимир Путин ҡарарҙары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан башланды. Милли проект биш федераль проекттан тора: "Ғаиләгә ярҙам", "Күп балалы ғаилә", "Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау", "Өлкән быуын", "Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы".

Сығанаҡ: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, фото: “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радио компанияһы.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас