Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
30 Март , 09:04

Эшҡыуарҙарға тауарҙарға һанлы марка ҡуйыуҙа бушлай ярҙам күрһәтеләсәк

Башҡортостандың “Минең бизнесым” үҙәгендә “Ғәҙел билдә” маркировкаһы системаһы менән эшләү буйынса бушлай хеҙмәт эшләй башланы.

Башҡортостандың “Минең бизнесым” үҙәгендә “Ғәҙел билдә” маркировкаһы системаһы менән эшләү буйынса бушлай хеҙмәт эшләй башланы.

Ярҙам сараһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад”  (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проекты сиктәрендә күрһәтелә, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.

 — “Ғәҙел билдә” процедураларҙы ҡатмарлаштырыу түгел, ә намыҫлы бизнесты яҡлау буйынса асыҡ ҡағиҙәләр һәм саралар системаһынан тора. Үҙәкте асыу эшҡыуарҙарға ҡорамалдарҙы теркәү һәм һайлау процедураһынан алып электрон документтар әйләнешен көйләүгә тиклем аныҡ эш планын алырға ярҙам итәсәк, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре билдә ҡуйыу буйынса уҡытыу һәм көндөҙгө консультациялар, билдә ҡуйыу системаһында теркәлеүҙә ярҙам итеү, маркаланған тауарҙарҙың милли каталогында тауарҙар карточкаһын тултырыу, маркировка кодтарына заказ биреү һәм мисәтләү, электрон документтар әйләнешен ойоштороу буйынса хеҙмәттәрҙән файҙалана аласаҡ. Һанлы тамға ҡуйыу тауар, шул иҫәптән етештереүсенең исеме, урын, етештереү йәки һатыу ваҡыты, яраҡлылыҡ ваҡыты, артикулалар һәм стандарт номеры тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирә. Бөтә мәғлүмәттәр дәүләт мәғлүмәт системаһында һаҡлана.
—  Быйыл беҙ бизнес һорауҙарына яуап биреү өсөн яңы йүнәлештәр индерәбеҙ. Цифрлаштырыуға һәм адреслы ярҙам күрһәтеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Тауарҙарҙы һанлы маркировкалауҙың яңы хеҙмәте консультациялар, тауар билдәләрен теркәүгә, сертификаттар алыуға һәм квалификация күтәреүгә булышлыҡ итеү кеүек ғәмәлгә ашырылған ярҙам саралары менән бер рәттән предприятиелар өсөн мөһим ҡорал буласаҡ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының “Минең бизнесым” үҙәге етәксеһе Айгөл Баһауетдинова.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас