Рәсәйҙә махсус ҡулайламалар һәм пассажир транспорты етештереү буйынса ҙур заводтарҙың береһе булған «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектының (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» федераль проектына ярашлы һаҡсыл етештереү алымдарын индерә. Был хаҡта төбәктең хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар үҙәгендә хәбәр иттеләр.
Федераль проектта ҡатнашыу етештереү циклын ҡулайлаштырыуға һәм әҙер продукцияны сығарыу ваҡытын ҡыҫҡартыуға йүнәлтелгән. Проектта ҡатнашыуҙың төп маҡсаты – ҡорамалдарҙы буш тороуҙы кәметеү һәм йыйыу конвейеры эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреү.
Эш комплекслы рәүештә, цехтарҙы һәм логистик ағымдарҙы синхронлаштырыу менән алып барыласаҡ. 2025 йылда завод ҡала яны автобустары һәм электробустарының яңы моделдәрен сериялы етештереүгә сығара башланы ла инде.
- Һаҡсыл етештереү ҡоралдары беҙгә яҡшы таныш, әммә Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттарының системалы ярҙамы яйға һалынған процестарҙа ла йәшерен резервтарҙы асыҡларға мөмкинлек бирәсәк. Проектта ҡатнашыу пилот участкаһы күрһәткестәрен яҡшыртасаҡ, – тип билдәләне «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Евгений Корепанов.
Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.