Башҡортостанда, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проектына ярашлы, “Дим йылғаһы буйлап һалда” яңы туристик маршрут асылды. Уны эшҡыуар Ғәзиз Сираев ойошторҙо, шулай итеп, бизнесын киңәйтте.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса проектты тормошҡа ашырыуға 1,5 миллион һум күләмендә субсидия бүленде. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы конкурсында ҡатнашыу һәм дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә Ғәзиз Сираев туристик ҡорамал, катамарандар, байдаркалар, сапбордтар һатып алды. Маршрутта тәҡдим ителгән “Олл-инклюзив” хеҙмәте комфортабелле автобустарҙа трансферҙы, урындағы иҫтәлекле урындарҙа булыуҙы, милли аш-һыу менән танышыуҙы үҙ эсенә ала. Быларҙың барыһы ла төбәктең мәҙәниәт донъяһы менән яҡшылап танышырға мөмкинлек бирә. Хәҙер маршрут һал миҙгелен асыуға әҙерләнә һәм ҡунаҡтарҙы көтә.
– Республикала 700-ҙән ашыу маршрут бар. Уларҙың иҫәбендә экскурсия, экологик, атлы, гастрономик, этнотурҙар, йәйәү, автобус, сәнәғәт һәм ғилми- популяр маршруттар бар. Республика туроператорҙары уларҙы ҡыҙыҡлыраҡ, күңеллерәк итеү өсөн ҙур тыршлыҡ һала, – тине эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” (нацпроект “Туризм и гостеприимство”) милли проекты иҡтисадты көсәйтеүҙә мөһим йүнәлеш буласаҡ, ҡунаҡханалар төҙөү йәнләндереләсәк. Тағы бер яңы “Биш дингеҙ һәм Байкал күле” милли проектына ярашлы, туғыҙ төбәк биләмәһендә федераль курорттар төҙөләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.