Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
31 Март , 09:03

Башҡортостан архитекторҙары оҫталыҡтарын арттыра

Һайлап алыу финалсыларын туғыҙ айлыҡ белем биреү программаһы көтә.

“Архитекторҙар.РФ” профессиональ үҫеш программаһының һигеҙенсе ағымына һайлап алыу этабы башланды. Проект “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтендә.

Һайлап алыу финалсыларын туғыҙ айлыҡ белем биреү программаһы көтә. Был-күҙгә-күҙ ҡарашып эшләү модулдәре, Рәсәй һәм сит илдәр буйлап тикшеренеү экспедициялары, элекциялар, тренингтар, эксперттар менән осрашыуҙар һәм проект төркөмдәрендә эшләү.

Унда юғары белемле һәм ҡалаларҙы үҫтереү өлкәһендә эш тәжрибәһе булған Рәсәй граждандары ҡатнаша ала, тип хәбәр итә сараның ойоштороу комитеты.

"Төҙөлөш тармағы алдында ҙур бурыстар тора. Республикала һәм илдә ҡыйыу идеяларҙы һәм заманса технологияларҙы берләштерергә һәләтле талантлы белгестәрҙең эшләүе мөһим. “Архитекторҙар.РФ” программаһы — ҡала төҙөлөшө, төҙөкләндереү һәм архитектура проектлау өлкәһендә үҫешергә теләүселәр өсөн уникаль мөмкинлек. Профессионалдарҙың яңы быуыны ҡалаларыбыҙҙа һәм ауылдарыбыҙҙа сифатлы үҙгәрештәрҙең драйверы булыр тип ышанам”, – тине төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас