Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
31 Март , 10:24

Өфөлә математика лицейы төҙөлә

Яңы бина Менделеев урамында урынлашасаҡ

“Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Молодежь и дети”) Өфөлә математика лицей - интернатын төҙөү дауам итә. Ул 360 уҡыу һәм 250 йоҡо урындарына тәғәйенләнгән. Был турала республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы хәбәр итә.

Объектта әле нигеҙ өсөн котлован соҡоу эштәре бара, нигеҙ ҡорола, тотоусы конструкцияларҙы нығытыу, тышҡы стеналарҙы һалыу  саралары күрелә.

Был мәктәп Менделеев урамында,  “Өфө-Экспо” күргәҙмә комплексы һәм Өлфәт Мостафин исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге араһында урынлашасаҡ. Унда 6-11 класс уҡыусылары белем аласаҡ.

Дөйөм төҙөлөш майҙансығы 22 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Алты ҡатлы бинала заманса уҡыу корпустары, торлаҡ блоктары, спорт зонаһы, ашхана, китапхана, конференция залы урынлашасаҡ.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. 

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас