Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
31 Март , 10:26

“Осрашыу урыны” туристарҙы көтә

Сәйәхәтселәр өсөн инфраструктура әүҙем үҫешә, төбәк ылыҡтырғысыраҡ була бара.

Бөрө районының Кандаковка ауылында “Осрашыу урыны” кемпингы төҙөлдө. Ул модулле йорттарҙан тора, шулай уҡ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә уңайлыҡтар ҡаралған. Инвестицияларҙың дөйөм күләме ете миллион һумдан ашыу тәшкил иткән, шул иҫәптән 3,35 миллион һум субсидия тотонолған. Кемпинг “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған.

–Туризм– республика үҫешендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Дәүләт ярҙамы, субсидиялар туризм тармағына инвестициялар йәлеп итеүҙә мөһим роль уйнай. Һөҙөмтәлә сәйәхәтселәр өсөн инфраструктура әүҙем үҫешә, төбәк ылыҡтырғысыраҡ була бара, – тине эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

  “Осрашыу урыны” кемпингы күл буйында урынлашҡан. Проектҡа ярашлы 12 кешелек “барнхаус” тибындағы өс модулле йорт төҙөлгән. Кемпинг биләмәһендә мангал, кухня һәм усаҡ яғыу урыны булған ял зонаһы урынлашҡан. Шулай уҡ сапбордтарҙы ҡуртымға алып ял төрҙәрен ишәйтергә була.

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ милли проекты (нацпроект “Туризм и гостеприимство”) иҡтисадты көсәйтеүҙә мөһим йүнәлеш буласаҡ, ҡунаҡханалар төҙөү эше йәнләндереләсәк. Яңы милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас