Баҡалы районының Иҫке Ҡорос ауылында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) спорт майҙансығы төҙөкләндерелә. Был турала район хакимиәте хәбәр итә.
Үткән йылда онлайн тауыш биреү ваҡытында ауыл халҡы был проектты хуплап, кәрәклеген белдерҙе. Хәҙер был стадион комплекслы рәүештә реконструкциялана.
Был проект бер нисә этапҡа бүленгән. Быйыл уның беренсеһен тормошҡа ашырыу ниәтләнә. Подрядсыларға яҡтыртыу ҡорамалдарын ҡороу, волейбол майҙансығын эшләү, урам тренажерҙарын көйләү, архитектура объекттарын эшләү кеүек маҡсаттар билдәләнгән. Киләһе йылда был биләмәлә заманса балалар уйын майҙансығын яһау пландары ла бар.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – ауылдарҙы комплекслы үҫтереү. Бында торлаҡ һәм юлдарҙы төҙөү, ремонтлау, йәмәғәт урындарын, ихаталарҙы яңыртыу инә.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.