Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
3 Апрель , 14:48

Яңы проекттарға грант алдылар

Грант һөҙөмтәһендә проектта ҡатнашыусылар һаны дүрт тапҡырға артасаҡ.

Өфө фән һәм технологиялар университеты – Евразия ғилми-белем үҙәгенең вуз-ара кампусы  резиденты Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығы конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде. Фәнни эш “Йәштәр һәм балалар” милли проекты  маҡсаттарына яуап бирә.

Университет “Сәнәғәт кадрҙары: проиводство технологиялары һәм ҡорамалдар өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләү” проектына федераль грант аласаҡ. Вуз бына икенсе йыл инде грант яуланы, индустриаль партнерҙар селтәрен үҫтереү  буйынса эшен тәҡдим итте. Университеттың стратегик  партнеры булып “ОДК-УМПО”  асыҡ акционерҙар йәмғиәте  сығыш яһай. Предприятие менән берлектә вуз “Крылья Ростеха”  инженер кадрҙарын әҙерләү программаһын тормошҡа ашыра. Грант һөҙөмтәһендә  проектта ҡатнашыусылар һаны дүрт тапҡырға артасаҡ.

Илебеҙ халҡының өстән бер өлөшөнә ҡағыласаҡ Йәштәр һәм балалар” милли проекты (нацпроект “Молодежь и дети”) йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрең бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү- производство үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кластерҙарын, инженер мәктәптәрен, донъя кимәлендәге кампустар селтәрен формалаштырыу – уның төп маҡсаты. Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ, әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк.

Проект 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Яңы милли проект былтыр тамамланған “Мәғариф” проектының логик дауамы булыуҙан тыш, йәштәр сәйәсәтендә өр-яңы аҙым яһаясаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас