Ҡариҙел районының Дәүеш ауылы янында урынлашҡан күперҙе “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярҙамында ремонтлайҙар, тип хәбәр иттеләр төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
Күперҙең оҙонлоғо – 29 метр. Ул Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы юлында урынлашҡан. Оҫталар кисеү таяуҙарындағы һәм аралыҡтағы ҡоролмалар өҫтөндәге бетон япмаларҙағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә, яңы һыу ағыҙыу системаһын төҙөргә, асфальт япмаһын алмаштырырға, тротуарҙар һалырға тейеш. Ремонтты 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар.
“Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлы Өфөнө республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары менән тоташтыра. Трасса шулай уҡ Силәбе һәм Свердловск өлкәләренә сығыуҙы тәьмин итә. Шуға күрә йылға аша сығыу был юлдан файҙаланған һәр кем өсөн мөһим. Көн һайын унда өс меңгә яҡын автомобиль йөрөй", — тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.