Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
6 Апрель , 03:38

Эштәр быйыл тамамлана

Дүртөйлө янындағы Ағиҙел йылғаһы аша күперҙең техник әҙерлеге 50 процентҡа еткән. 

Дүртөйлө районында Дүртөйлө — Нефтекама юлында урынлашҡан Ағиҙел йылғаһы аша күперҙең техник әҙерлеге 50 процентҡа еткән. Был – 2026 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы ремонтланған иң ҙур ҡоролма, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығынан.

Уның оҙонлоғо 745 погон метрҙан ашыу тәшкил итә. 2026 йылдың ғинуарында подряд ойошмаһы күперҙең һул яғында хәрәкәтте ебәрә һәм күперҙең уң өлөшөндә эш башлай. 2026 йылдың мартына күперҙең ике таяуында монолит участкалар төҙөү тамамлана, һыу ағыҙыу системаларын монтажлау һәм башҡа эштәр дауам итә.

– Күпер республика халҡы өсөн мөһим. Ул транспорт бәйләнешен һәм федераль трассаға сығыуҙы тәьмин итә. Көн һайын уның аша дүрт меңгә яҡын автомобиль үтә, — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Күперҙәге бөтә эштәрҙе 2026 йылда тамамлау планлаштырыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса дөйөм оҙонлоғо 1900 погон метрҙан ашыу булған 15 күперҙе норматив хәлгә килтереү планлаштырыла. Яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указдары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас