Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
6 Апрель , 03:41

Кем конкурста ҡатнашырға теләй? Рәхим итегеҙ!

Конкурста еңеүселәр һәм призерҙар һәр номинацияла беренсе урын өсөн бер миллион һум аҡса аласаҡ.    

Рәсәйҙә “Профессияһы буйынса иң яҡшыһы” Бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ конкурсына заявкалар ҡабул итеү башланды. Ул эшсе һөнәрҙәрен популярлаштырыу һәм хеҙмәт кешеһенең абруйын күтәреү буйынса “Кадрҙар” милли проектының төп сараларының береһенә әүерелде. Конкурс уңышлы һөнәр эйәләренең өлгөһөндә йәштәрҙә эшсе профессияларына ҡарата ыңғай ҡараш тәрбиәләргә тейеш.

Бәйгелә бөгөн ҙур һорау менән файҙаланған профессия вәкилдәре, шул иҫәптән токарҙар, иретеп йәбештереүселәр, тегенселәр, ашнаҡсылар, станок операторҙары һәм башҡа белгестәр ярышасаҡ.

“Конкурс 25 номинация буйынса үтә. Быйыл беренсе тапҡыр махсус хәрби операция ветерандары өсөн “Икенсе старт” тип аталған номинация булдырылды. Рәсәй Федерацияһындағы бөтә төбәктәрҙең дә был номинацияны хуплап ҡаршы алырына һәм уның буйынса төбәк этаптарын ойошторасаҡтарына иҫәп тотам”, – тине Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков.

Конкурста ҡатнашыу өсөн заявканы konkurs.trudvsem.ru сайтында бирергә мөмкин. Үҙеңдең төбәгеңде һайларға, номинацияны билдәләргә, ҡатнашыу шарттары һәм тейешле документтар исемлеге менән танышырға кәрәк. Конкурста еңеүселәр һәм призерҙар һәр номинацияла беренсе урын өсөн бер миллион һум аҡса аласаҡ. Икенсе урынға – 500 мең һум, өсөнсө урынға 300 мең һум билдәләнгән.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас