Өфө районының Николаевка ауылында балаларҙың мәҙәни-мәғариф үҙәге булдырыласаҡ, тип хәбәр итә муниципалитет хакимиәте. Был саралар “Ғаилә” милли проектына ярашлы (национальный проект “Семья” ) башҡарыла.
Был үҙәк ремонтттан һуң Николаевка ауылындағы 7-се балалар китапханаһы нигеҙендә асыласаҡ. Шулай уҡ яңы йыһаздар, ҡорамалдар, 680 дана яңы әҙәби китаптар алынасаҡ. Был үҙәк бинаның икенсе ҡатында урынлашасаҡ һәм өс зонаға бүленәсәк.
Унда уйын, уҡыу бүлмәләре лә урынлаштырыласаҡ. Эш зонаһы компьютер, мультистудия, 3D принтер менән йыһазландырыласаҡ. Был үҙәк Николаевкала йәшәүселәрҙе генә түгел, яҡын-тирәләге ауылдарҙағы йәштәрҙе лә үҙенә тартып торор.
Ватансылыҡ тәрбиәһенә, экологик белем биреүгә лә ҙур иғтибар биреләсәк.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.