CHINA FOOD & DRINKS FAIR күргәҙмәһендәге эшлекле һөйләшеү барышында Башҡортостандың «Пищепром» компанияһының продукцияһын Ҡытайҙың ҙур берәмләп һатыу селтәрҙәре һатып алыуы тураһында алдан килешеүгә өлгәшелгән.
Был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект "Международная кооперация и экспорт”) ярашлы алып барыла, тип хәбәр итә БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.
Аньхой провинцияһынан дистрибьютор продукция менән айырыуса ҡыҙыҡһына. Ул Башҡортостан етештереүсеһенең тауарҙарын JD.com электрон платформаһына сығарыуҙы һәм уларҙы Сычуань, Аньхой һәм Гуандун төбәктәрендә һатыуҙы күҙ уңында тота
Бынан тыш, сит ил һатып алыусылары эшҡыуар Хәлил Солтанов етештергән аҙыҡ-түлеккә ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә.
– Һис шикһеҙ, аҙыҡ-түлек өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү – беҙҙең стратегик бурыс. Чэндуҙағы күргәҙмә быны раҫлай: „Пищепром“ компанияһы Пекиндың өс ҙур сауҙа селтәре, Юньнань һәм Шанхай провинциялары вәкилдәре, шулай уҡ Фуцзянь һәм Аньхой провинциялары дистрибьюторҙары менән ун осрашыу үткәрҙе. Ҡытайҙың берәмләп һатыу магазиндарына сығарыуға ризыҡ һатып алыу тураһында килешелде лә инде, – тип билдәләй Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В. В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.