Милли проект
9 Апреля , 09:34

Канат комплексы асылған

Ул Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Аҡташ ауылында урынлашҡан.

Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Аҡташ ауылында канат комплексы асылған. Ул “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проектына (национальный проект “Туризм и гостеприимство”)  ярашлы алынған грант ярҙамында төҙөлгән. Был хаҡта район хакимиәте хәбәр итә.

Проектты эшҡыуар Регина Сибәғәтова “Умарта” туристик комплексында асҡан. Уҙған йылда ул БР Эшҡыуарлыҡ һәм туриз министрлығының гранттар конкурсында ҡатнашып, ярҙам алыуға өлгәшкән.

Ике йыл элек төҙөлгән туристар базаһы хәҙер канат комплексы менән байытылған. 30 гектарҙан ашыу майҙанда ял итеү өсөн өйҙәр менән бер рәттән, уңайлылыҡ тыуҙырылған башҡа объекттар ҙа бар. Комплекс Өфө – Инйәр – Белорет юлынан алыҫ түгел урынлашҡан, бында йыл әйләнәһенә ял итергә була.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас