«Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектын (национальный проект «Инфраструктура для жизни») ғәмәлгә ашырыу барышында Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн йорт төҙөләсәк. Был хаҡта район хакимиәтенән хәбәр иттеләр.
Майҙансыҡта проект документацияһын әҙерләүҙән алып бетон ҡойоуға тиклем процестың һәр этабын ентекле күҙәткән белгестәр эшләй. Төҙөүселәр заманса технологиялар һәм материалдар ҡуллана, был эштәрҙе юғары сифатлы итеп башҡарыуҙы гарантиялай.
- Күп фатирлы яңы йорт төҙөү – граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға табан мөһим аҙым. Яңы торлаҡтың юғары сифатлы булыуын һәм ышаныслылығын тәьмин итеү өсөн эштәрҙең һәр этабын иғтибар үҙәгендә тотабыҙ, – тип билдәләне район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин.
«Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының маҡсаты – ауыл-ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү. Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә торлаҡ йорттар, юлдар төҙөлә һәм ремонтлана, йәмәғәт һәм ихата майҙансыҡтары төҙөкләндерелә, социаль һәм коммуналь инфраструктура яңыра, йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары арта.
Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.