Милли проект
9 Апреля , 03:30

Юлсылар ҙа, туристар ҙа күп йөрөй

Шишмә районында М-5 “Урал”трассаһынан юл участкаһы яңыртыла. 

Башҡортостандың Шишмә районы биләмәһендәге М-5 “Урал” – Шишмә – Аксенов– Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлы участкаһы "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярҙамында ремонтланасаҡ. Был хаҡта төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

Эштәр Өйҙөрәк һәм Яңы Усман ауылдары араһында урынлашҡан өс километр оҙонлоҡтағы участкала башҡарылған. Белгестәр асфальт япмаһын яңырта, юл ситтәрен нығыта һәм тамғалар һыҙа.

–  М-5 "Урал" — Шишмә — Аксенов – Ҡырғыҙ-Миәкә юлы Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә һәм Шишмә райондарының күп ауылдарында йәшәүселәргә транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Бынан тыш, был туристик йүнәлеш: юл Башҡортостандың иң ҙур күле — Асылыкүлгә, шулай уҡ Нарыҫтау тауына һәм башҡа тәбиғәттең иҫтәлекле урындарына алып бара. Шуға күрә юлсылар был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүлә, – тине транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас