Милли проект
10 Апреля , 09:17

Буласаҡ әсәйҙәр өсөн – "Амалтея" программаһы

Өфөнөң перинаталь үҙәгендә бала табыуға әҙерлек программаһы эшләй башлаған

Өфө ҡала перинаталь үҙәгенең 2-се ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында «Амалтея» бала табыуға әҙерлек программаһы тормошҡа ашырыла башланы, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Был «Ғаилә» милли проекты (национальный проект “Семья”) маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә.

Был программа Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан патентланған һәм раҫланған. Уны йөклө ҡатынға белгес менән кәңәшләшкәндән һуң тәғәйенләйҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы бала табыуға әҙерләгәндә, уларҙың бөтә индивидуаль үҙенсәлектәрен иҫәпкә алына. Уларҙы, мәҫәлән, тулғаҡ ваҡытында ауыртыуҙы кәметеү өсөн дөрөҫ тын алырға өйрәтәләр. Был ысул бала донъяға килгәнгә тиклем ваҡытты уртаса ике сәғәткә ҡыҫҡартырға, борсолоуҙы кәметергә һәм әсәйҙәрҙең һаулығын тергеҙеүҙе тиҙләтергә мөмкинлек бирә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас