Милли проект
10 Апреля , 09:12

Октябрьскиҙа төҙөкләндереү эштәре бара

Музыка колледжы биләмәһе  яңы төҫ аласаҡ

Октябрский ҡалаһында музыка колледжы биләмәһе төҙөкләндерелсәк, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте. 2025 йылда был объект “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструкткра для жизни”) уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе исеменә лайыҡ булған.

Төҙөкләндереү саралары 1 апрелдә старт алған. Биләмәлә ял итеү, осрашыуҙар, прогулка өсөн күркәм зона барлыҡҡа киләсәк. Яңы фонтан, хәүефһеҙлек өсөн  видеокүҙәтеү системаһы ла ҡуйыласаҡ. Яҡтыртыу саралары, йәшелләндереү ҙә был биләмәгә йәм өҫтәйәсәк.

-Айырым иғтибар тирә-яҡтағы уникаль архитектура стилистикаһын һаҡлауға йүнәлтеләсәк. Беҙ биләмәне яңыртып ҡына ҡалмаясаҡбыҙ, ул тағы ла йәмлерәк  булһын өсөн ҡала йөҙөнә гармониялы итеп яңы элементтар индерәсәкбеҙ– ти ҡала хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – торлаҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Быға йорттар һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата биләмәләрен төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктураны яңыртыу инә.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас