Башҡортостан Республикаһында “Йәштәр һәм балалар” (национальный проект “Молодёжь и дети”) милли проекты сиктәрендә “Әйҙә, Медиа” студент медиаүҙәгендә ҡатнашыусылар киләсәк һөнәрҙәре тураһында видеорепортаждар серияһын күрһәтә башланы. Был хаҡта төбәк Мәғариф министрлығы хәбәр итте.
Проект төбәктең барлыҡ алдынғы юғары уҡыу йорттарын үҙ эсенә аласаҡ. Репортаждар уҡыу аудиторияларында, оҫтаханаларҙа, лабораторияларҙа төшөрөлә, унда уҡыусылар үҙҙәренең һөнәрҙәрен өйрәнә, эштә үҙ көстәрен һынап ҡарай. Видеояҙмаларҙы вуз-ара студенттар кампусындағы студияла монтажлайҙар. Проектта ҡатнашыусылар шулай уҡ фотограф, видеограф, журналистар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Материалды аҙна һайын БСТ телеканалында "Сәләм" тапшырыуында ҡарарға мөмкин. Тамашасылар авторҙарға ҡушылып, йәнле студент тормошона сума, аудитория белемдәре шунда уҡ практикала ҡулланыла.
Проекттың төп геройҙары - студенттар үҙҙәре. Улар киләсәк һөнәрҙәре тураһында рәсмилекһеҙ һәм стереотиптарһыҙ, шәхси тәжрибә, ысынбарлыҡтағы проблемалар һәм үҙҙәренең мотивацияһы аша һөйләй.
"Йәштәр һәм балалар" милли проекты йәштәргә һәләттәрен үҫтереүҙе, мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Проект мәктәптәр төҙөү һәм яңыртыу, уҡытыусылар әҙерләү, яңы уҡытыу алымдары һәм уңайлы уҡыу мөхите булдырыу йүнәлешендә эшләнгән. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм “Өҫтөнлөклө 2030” программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе үҙ эсенә ала. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан башлап тормошҡа ашырыла.