Туймазының “Ҡандракүл” тәбиғәт паркында экологик туризмдың популярлығы арта. Былтыр “Аҡҡош ҡултығы” экоһуҡмағына 880 кеше килә. Был маршрут әүҙем ял итеүҙе, белем биреү компонентын һәм төбәктең уникаль тәбиғәтенә һаҡсыл ҡарашты уңышлы берләштерә. Экоһуҡмаҡты төҙөкләндереү һәм үҫтереү буйынса сара “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә тормошҡа ашырылды, тип хәбәр иттеләр республиканың экология министрлығынан.
Һуҡмаҡтың төп өҫтөнлөгө – уның уңайлылығы. 1,3 километр оҙонлоҡтағы маршрутта интерактив майҙансыҡтар булдырылған, унда теләгән һәр кем тыуған яҡтың тәбиғәте тураһында файҙалы мәғлүмәт ала ала. Белем алыу маршруты балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡыҙыҡлы, был уны ғаилә ялы өсөн идеаль вариант итә.
Ғәҙәти йөрөү зоналарынан айырмалы рәүештә, “Аҡҡош ҡултығы” ҡунаҡтарға структуралы белем биреү тәжрибәһе тәҡдим итә. Экоһуҡмаҡ биш тематик станциянан тора. Маршрут буйлап килеүселәр Ҡыҙыл китапҡа индерелгән ысын ҡырмыҫҡа иләүен һәм үҫемлектәрҙе күрә ала. Шулай итеп, сәйәхәт биология һәм экологияның мауыҡтырғыс дәресенә әйләнә, ул сағыу тәьҫораттар ҡалдыра һәм тирә-яҡ мөхиткә яуаплы мөнәсәбәт формалаштыра.
– Был биләмәләрҙең айырым статусы тәбиғәтебеҙҙең үҙенсәлекле мөйөштәрен, һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе һәм хайуандарҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Әммә ял итеүселәр тураһында ла онотмайбыҙ, улар өсөн шарттар булдырырға тырышабыҙ — яңы маршруттар, экоһуҡмаҡтар. Беҙ кешенең тәбиғәткә ҡыҫылыуы минималь булыуын теләйбеҙ. Ҡунаҡтарҙың килеүен онотолмаҫлыҡ итеү өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, — тип билдәләне Башҡортостан республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2025 йылдағы указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.