Хәйбулла районындағы Аҡъяр ҡатын-ҡыҙҙар клиникаһына резекция һәм коагуляция өсөн электрохирургик аппарат ҡайтарылған.
Был “Ғаилә” (национальный проект “Семья”) милли проектын тормошҡа ашырыу арҡаһында мөмкин булды, тип хәбәр иттеләр төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Был заманса медицина ҡоролмаһы хирургик процедуралар ваҡытында туҡыманы ҡырҡыу һәм өтөү өсөн юғары йышлыҡлы ток ҡуллана.
Электрохирургия блогы операцияларҙы юғары теүәллек менән башҡарырға мөмкинлек бирә, ҡан юғалтыуҙы минимумға еткерә һәм инфекция йоҡтороу хәүефен кәметә.
— Ҡорамалдар заманса стандарттарға яуап бирә һәм районда ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам күрһәтеү сифатын һиҙелерлек яҡшыртып, процедураларҙы пациенттар өсөн уңайлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк итәсәк, тип билдәләне Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмилә Шәрипова.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан башлап тормошҡа ашырыла.