"Һөҙөмтәле һәм конкурентлыҡҡа һәләтле иҡтисад"(национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың Төбәк лизинг компанияһы Асҡын районындағы "Олеокемикс" компанияһына газ поршенле электр станцияһын һатып алыуға булышлыҡ итте. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр.
42 айлыҡ осорҙа финанслау 10,4 миллион һум тәшкил иткән. Яңы ҡорамалдарҙы ғәмәлгә индереү компанияға электр энергияһын өҙөү менән бәйле юғалтыуҙарҙы минимумға еткерергә һәм етештереү ҡеүәтен файҙаланыуҙы ете процентҡа арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
2021 йылдан “Олеокемикс” майлы культуралар, шул иҫәптән рапсты эшкәртеү буйынса махсуслашҡан. “Рапс эшкәртеү комплексы” проекты Башҡортостандың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары реестрына индерелде.
2025 йылда компанияның рапс эшкәртеү күләме 13 600 тоннаға еткән. Компания продукцияһы экспортҡа сығарыла, шул иҫәптән Ҡытай Халыҡ Республикаһына ла.
— Әле күп кенә республика предприятиелары алдында производствоны яңыртыу, заманса технологиялар индереү өсөн оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән инвестициялар йәлеп итеү бурысы тора. Лизинг ҡорамалдар һатып алыуҙы этаплап, сығымдарҙы ҡулайлаштырып финансларға мөмкинлек бирә. Оҙайлы файҙаланыу өсөн был ҡарар ҡорамалдарҙы ҡуртымға алыуға һөҙөмтәле альтернатива булып тора, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан башлап тормошҡа ашырыла.