Краснокама районында Мысовка йылғаһы аша күперҙе ремонтлайҙар. Эштәр «Йәшәү өсөн инфраструктура» (национальный проект «Инфраструктура для жизни») милли проектына ярашлы башҡарыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт министрлығынан.
84 погон метр оҙонлоғондағы яһалма ҡоролмала күпер төҙөүселәр таяуҙарҙа һәм аралыҡтағы ҡоролмаларҙа бетон өҫтөндәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрә, яңы һыу ағыҙыу системаһын төҙөй, асфальт-бетон япмаһын яңырта, деформация йөйҙәрен алмаштыра, тротуарҙар һала, күпер конустарын нығыта һәм башҡа эштәр башҡара.
“Күпер Башҡортостан менән Удмуртия сигендә урынлашҡан. Ошо юлдан бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәр Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге ҙур сәнәғәт үҙәге булған Нефтекамаға барып етә ала. Трафик тәүлегенә 4,7 мең автомобилгә етә”, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Эштәрҙе 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылда «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса Башҡортостанда дөйөм оҙонлоғо 1900 погон метрҙан ашыу булған 15 күперҙе норматив хәлгә килтереү күҙаллана.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.