Милли проект
13 Апреля , 05:54

Шаранда үҙәк майҙан төҙөкләндерелә

Сәхнә, ике амфитеатр эшләнә

Быйыл Шаран районы үҙәгендә төп майҙанды төҙөкләндереүҙе дауам итәләр. Эш “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект «Инфраструктура для жизни») “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы атҡарыла. Был турала БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Төҙөкләндереү барышында сәхнә, тамашасылар өсөн ике амфитеатр төҙөү, майҙанға килеүселәргә уңайлы ял булдырыу планлаштырыла. Бәләкәй архитектура формалары һәм арт-объекттар барлыҡҡа килергә тейеш. Яңы элементтар биләмәне күркәм итеп кенә ҡалмаҫ, ә халыҡҡа ял итеү, күмәк саралар үткәреү өсөн дә уңайлы урын булыр.

Шаран ауылының үҙәк майҙанында эштәр былтыр апрелендә башланған. Бөтә Рәсәй тауыш биреү барышында район халҡы тап ошо йәмәғәт биләмәһен яҡшыртыуҙы һайлай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В. В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас