Ярыш майҙансыҡтары Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы менән Өфө тармаҡ технологиялары колледжында ойошторолған.
7 апрелдән 14-нә тиклем Юғары технологиялар чемпионатының Башҡортостан этабы үтә. Ярыштар «Йәштәр һәм балалар» милли проектының (национальный проект “Молодёжь и дети”) “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы ойошторолдо, тип хәбәр итә республиканың Мәғариф министрлығы.
Ярыш майҙансыҡтары ике уҡыу йортонда – Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы менән Өфө тармаҡ технологиялары колледжында ойошторолған.
Транспорт һәм логистика – Башҡортостан иҡтисадының төп тармаҡтарының береһе. Республика ҙур транспорт үҙәге булып тора, уның аша мөһим йөк һәм пассажирҙар ағымы үтә. Был өлкә өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү – урта һөнәри белем биреү системаһының мөһим бурысы.
– Юғары технологиялар чемпионаты студенттарға транспорт-логистика тармағында ҡулланылған хәҙерге заман ҡорамалдарын үҙләштерергә мөмкинлек бирә. Транспорт комплексы эшенең һөҙөмтәлелеге кадрҙар әҙерләү сифатына туранан-тура бәйле. Беҙҙең ҡатнашыусылар юғары профессионаллек кимәлен күрһәтер, тип ышанам, – тип фекерен белдерә Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Мәғлүмәт, фото: education.bashkortostan.ru