“Йәштәр һәм балалар” милли проектын (национальный проект “Молодежь и дети”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә Өфөнөң вуз-ара кампусы резиденты — Башҡорт дәүләт медицина университеты (БДМУ) – лицензия экспертизаһын уңышлы үтте һәм “Иҡтисад” йүнәлеше буйынса бакалавриаттың белем биреү программаһын тормошҡа ашырыуға рөхсәт алды. Был хаҡта республиканың Мәғариф министрлығында хәбәр иттеләр.
Хәҙер университет иҡтисадсыларҙы ғына түгел, медицина тармағының үҙенсәлектәрен тәрән аңлаған эксперттарҙы ла ҡабул итергә әҙер. Программа классик иҡтисади белемде заманса һаулыҡ һаҡлау ысынбарлығы менән берләштереү өсөн эшләнгән.
Лицензия алыу абитуриенттар өсөн яңы мөмкинлектәр аса һәм медицина ойошмалары менән идара итеүҙә кадрҙар дефицитын ябырға мөмкинлек бирә. Программаны БДМУ-ның иҡтисад һәм менеджмент кафедраһы тормошҡа ашырасаҡ, уның етәксеһе – иҡтисад фәндәре докторы, профессор, БДМУ-ның “Приоритет-2030” үҫеш программаһы дирекцияһы етәксеһе Ирина Буренина.
Студенттар медицина ойошмаһының иҡтисадын, клиника ресурстары менән идара итеүҙе, медицина страховкаһы мәсьәләләрен һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген өйрәнәсәк.
Яңы программаны асыу министрлыҡтарҙа, страховка медицина ойошмаларында, клиника хакимиәттәрендә һәм ҙур фармацевтика компанияларында эшләргә әҙер булған талап ителгән эксперттар пулын булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Яңы һөнәргә йыйыуҙы ошо ҡабул итеү кампанияһында уҡ башларға планлаштырыла.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.