Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
15 Апрель , 03:26

Өфө - Инйәр - Белорет юлының бер өлөшө рәтләнә

Рәүәт һәм Олойылға ауылдары эргәһендәге ике участканы төҙөкләндерәләр.

«Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярҙамында Өфө – Инйәр – Белорет юлының Белорет районы аша үткән алты саҡрымдан ашыу өлөшө ремонтлана, тип хәбәр итә республиканың Транспорт министрлығы.

Эштәр Рәүәт һәм Олойылға ауылдары эргәһендәге ике участкала башҡарыла. Унда асфальтты алмаштырып, юл ситтәрен нығытыу һәм билдәләр ҡуйыу планлаштырыла. Ремонтты йыл аҙағына тиклем тамамларға тейештәр.

– Өфө – Инйәр – Белорет юлы – Башҡортостандың популяр туристик йүнәлеше. Ул Белорет, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында урынлашҡан билдәле тәбиғәт ҡомартҡыларына алып бара. Был трасса буйлап Башҡортостан халҡы Һәм ҡунаҡтары Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығына, Атыш шарлауығына, „Абҙаҡ“ тау саңғыһы курортына һәм башҡа гүзәл тәбиғәтле урындарға барып етә ала. Бында хәрәкәт һәр ваҡыт тығыҙ – тәүлегенә 12 мең автомобилгә барып етә, – тип билдәләй республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас