Милли проект
16 Апреля , 03:34

Краснокама районында күләмле инфраструктура проекты старт алды

“Ураҙай-Кирәмәт һурҙырғысы” магистраль һыу үткәргесенең икенсе тармағын булдырыу буйынса ҙур проект башланды.

Республикаһының Краснокама районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә алты ауыл биләмәһен һыу менән тәьмин итеүҙә системалы мәсьәләләрҙе бөтөрөү маҡсатында “Ураҙай-Кирәмәт һурҙырғысы” магистраль һыу үткәргесенең икенсе тармағын булдырыу буйынса ҙур проект старт алды. Был хаҡта БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр.

2000 йылдар башынан район биләмәһе аша үткән берҙән-бер торба даими рәүештә артыҡ көсөргәнеш сигендә эшләй. Халыҡтың күбәйеүе һәм көнкүреш һәм ауыл хужалығы ҡулланыуы күләменең артыуы шарттарында селтәрҙең үҙәк участкалары нормаль күләмдә һыу ала, ә алыҫ тораҡ пункттарҙа йәшәүселәргә барып етмәй.

Хәлде хәл итеү өсөн “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә ҙур программа тормошҡа ашырыла башланы. Әлеге ваҡытта эштәр әүҙем стадияға ингән: подрядсы һыу үткәргестең яңы участкаһын монтажлауға тотонған. Материалдарға айырыуса иғтибар бүленә: традицион ҡорос йәки ғәҙәти полиэтилен урынына эске һәм тышҡы япмалары көсәйтелгән өс ҡатлы полиэтилен торбалар ҡулланыла. Бындай изделиелар юғары ныҡлыҡҡа, оҙайлылыҡҡа һәм коррозияға сыҙамлылыҡҡа эйә - был төбәк шарттары өсөн айырыуса мөһим.

Яңы магистраль ярҙамында хатта иң эҫе һәм мәшәҡәтле миҙгелдәрҙә лә алты – Арлан, Яңы Нуғай, Шушнур, Ҡуян, Яңы Ҡайынлыҡ һәм Яңы Бура ауыл биләмәләрен өҙлөкһөҙ һыу менән тәьмин итеү планлаштырыла. Был урындағы халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртырға, социаль инфраструктураның тотороҡлолоғон нығытырға һәм биләмәне артабан үҫтереү өсөн нигеҙ булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

Торабаларҙың материалы коррозияға дусар булмай, был торба эсендә ултырмаларҙың тупланыу тиҙлеген кәметә. Беренсе диагностик тикшереүгә тиклем хеҙмәт итеү ваҡыты 50 йылға тиклем; тикшереүҙән һуң система ышаныслылығын юғалтмай эшләүен дауам итә ала.

Эштең ағымдағы этабында иретеп йәбештереү эштәре башҡарыу ҡарала, артабан траншеялар әҙерләү, коммуникациялар һалыу һәм уларҙы артабан күмеү ҡарала.

Башҡарыласаҡ эш күләме ҙур, әммә эштәр раҫланған графикка ярашлы бара. Әлеге ваҡытта уңайлы һауа торошонда бер нисә участкала төҙөлөш майҙансыҡтары эшләй, өс эшсе бригада йәлеп ителгән.

“Ураҙай-Кирәмәт һурҙырғысы”  магистраль һыу үткәргесен төҙөүҙе 2027 йылдың октябренә тиклем тамамлау күҙаллана. Проекттың дөйөм хаҡы 430 миллион һум. Яңы инженер селтәрҙәренең оҙонлоғо 43 километрҙан ашыу тәшкил итәсәк.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас